+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Ноябрь 2019, 17:15

Ҡыҙрастар беҙҙең гәзитте ярата!

Район гәзите редакцияһы подписчиктар менән осрашыу өсөн ауылдарға бара

Район гәзите редакцияһы подписчиктар менән осрашыу өсөн ауылдарға бара
Был көндө подписчиктар яратҡан баҫмаларына яҙылыуҙан тыш, бүләк тә ота ала. Ошондай тәүге осрашыу Ҡыҙрас ауылында үтте. Урындағы социаль-мәҙәни үҙәккә Сапай, Ҡыҙрас, Буранғол ауылдарынан подписчиктарыбыҙ йыйылды.
Ауыл халҡы өсөн үл үҙенсәлекле байрамға әйләнде, сөнки район гәзите хеҙм-ткәрҙәре менән күҙгә-күҙ ҡарашып ҡасан һөйләшәһең әле!
Ҡыҙрастар беҙҙе иң ҡәҙерле ҡунаҡтар сифатында ҡабул итте. Флүзә Миңләхмәтова етәкселегендә «Гәүһәр» фольклор ансамбле (аккомпаниатор Р. Дәүләтбаев) дәртле йырҙары менән ҡаршы алды. Сайма Мостафина, Фикуза Әминева, Дамира Ғабдрафиҡова, Зөлфиә Лутыева, Люциә Вальтина, Светлана Мусиналарҙан торған коллектив һәр байрамдың биҙәге. Был юлы ла сигелгән альъяпҡыстар бәйләгән апайҙар сарабыҙҙың мәртәбәһен күтәрҙе, рәхмәт уларға. Фойела иһә һәр кем иҫке төпләмәләрҙе ҡарай алды. Бөйөк Ватан һуғышына тиклем район тормошон сағылдырған 1940 йылғы «Победим» гәзите айырыуса ҡыҙыҡһыныу уятты.
  • Элек һәр ғаилә тиерлек төрлө гәзит-журнал алдыра ине, өлкән быуын быны яҡшы хәтерләй. Бөгөн барыһы ла алдырмай, әммә күптәр яратҡан баҫмаларынан айырылмай, шул иҫәптән район гәзитенә яҙыла, сөнки ҡала һәм район тормошо тураһында тап урындағы матбуғат баҫмаһы хәбәр итә,- тине ауыл биләмәһе башлығы Ә.М. Хәбиәхмәтов.
  • Ҡыҙрас ауыл биләмәһе ветерандар ойошмаһы рәйесе Ф.М. Дәүләтгәрәев ауылдаштары алдында сығыш яһап, урындағы матбуғаттың йәмәғәт тормошонда ниндәй роль уйнауын әйтеп үтте һәм барыһын да район гәзитенә яҙылырға өндәне.
    • Ветерандар советы рәйесе булараҡ, мин өлкән быуын вәкилдәре менән йыш осрашам, йорттарына барам һәм һәр ваҡыт «Балҡантау» гәзитенә яҙылырға өгөтләйем. Гәзит уҡымайынса буламы һуң? Ул – дуҫ, иптәш һәм кәңәшсе, - үҙ тине сығышында аҡһаҡал.
    • Белеүегеҙсә, 2020 йылдың тәүге ярты йыллығына подписка ҡыҙған мәл. «Районка» һәр йортҡа килһен өсөн подписка кампанияһы барышында почтальондар күп көс һала. Әйтергә кәрәк, Ҡыҙрас ауыл биләмәһендә бөгөн подписка буйынса һөҙөмтәләр насар түгел. Бында, әлбиттә, почтальондар Мусина Светлана Шәмсулла ҡыҙы һәм Айгөл Рифҡәт ҡыҙы Фәхретдинованың тырышлығы ҙур. Почта бүлексәһе начальнигы Талипова Ләйсән Фәнил ҡыҙы менән бергәләп улар гәзиткә күберәк яҙҙыртыу өсөн бар тырышлығын һала. Подписка кампанияһы тамамланғансы ваҡыт бар әле һәм подписчиктарбыҙҙың сафы йәнә тулыланыр тип өмөтләнәбеҙ. Беҙ иһә үҙ сиратыбыҙҙа ҡалала һәм районда хеҙмәт һалған эшһөйәрҙәр тураһында ҡыҙыҡлы мәҡәләләр, яңылыҡтар менән таныштырып барасаҡбыҙ һәм, әлбиттә, һеҙҙең ярҙамығыҙға ышанабыҙ.
      Гәзит хеҙмәткәрҙәре был көн ысын-ысындан байрамса һәм иҫтәлекле булһын тип тырышты. Сәхнәлә бер-бер артлы художестволы үҙешмәкәрлектә ҡатнашыусылар сығыш яһаны. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Айһылыу Әминова, Флүзә Миңләхмәтова, Резеда Ҡорбанғәлиева, Рафаэль Дәүләтбаев ауылдаштары менән матур сығыштар әҙерләгән. Район Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Маргарита Петрова, Илһөйәр Мусина матбуғат өлкәһенә ҡағылышлы таҡмаҡтар башҡарҙы (аккомпаниатор Ю. Амолькин), Наилә Фазуллинаның йыры дәртләндереп ебәрҙе. Кисәне мәҙәниәт идаралығы методисы Эльмира Аҙнашева матур итеп алып барҙы. Музыкаль сығыштар араһында бүләктәр уйнатылды.
      Подписчиктар киң мәғлүмәт саралары тураһында викторина һорауҙарына яуап бирҙе, төрлө конкурстарҙа ихлас ҡатнашты. Елена Ғиззәтуллина менән Камила Дәүләтгәрәева төп бүләкте отоп ҡыуанды.
      Редакция гәзиткә яҙылыусылар менән осрашыуҙы үткәреүҙә ярҙам итеүселәргә, ойоштороусыларға, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт белдерә. Беҙҙе йылы ҡабул иткәндәре өсөн ауыл халҡына рәхмәтлебеҙ.
      Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Асылыкүл»-«Балҡантау» гәзите редакцияһы район ауылдарына барып, осрашыуҙар ойошторасаҡ. Тимәк, тиҙҙән осрашҡанға тиклем, дуҫтар! Гәзиткә яҙылырға ашығығыҙ, ә беҙ һеҙҙең менән осрашыуға ашығабыҙ!
      Читайте нас: