+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ноябрь 2019, 11:25

Ихаталарыбыҙ матур булһын өсөн

«Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проектына ярашлы, республикала күп эштәр тормошҡа ашырыла

«Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проектына ярашлы, республикала күп эштәр тормошҡа ашырыла
Башҡортостан Башлығы Р.Ф. Хәбиров ошо көндәрҙә ихаталарҙан ташландыҡ автомобилдәрҙе алып китеү һәм утилләштереү тураһында күрһәтмә бирҙе. Беренсенән, улар махсус хеҙмәттәргә күп уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра, икенсенән, тутығып бөткән, буяуы һеңгән, үҙ төҫөн юғалтҡан «тимер аттар» дөйөм матурлыҡты боҙа, территорияларҙы һис кенә лә йәмләмәй.
Тап ошондай күренештәрҙән арыныу маҡсатында ҡабул ителде лә инде был күрһәтмә. Хәҙер һәр кем ташландыҡ машиналар тураһында тейешле урынға хәбәр итә ала.
Ихаталарыбыҙ гөл-сәскәгә күмелһен, һәр кемде һоҡландырып торһон!
Читайте нас: