Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров — «Медиалогия» компанияһының киң мәғлүмәт сараларында телгә алыу буйынса
губернаторҙар рейтингында өсөнсө урында. Шулай уҡ ул Волга буйы федераль округы губернаторҙары араһында беренсе урында. Октябрҙә Радий Хәбиров киң мәғлүмәт сараларының 11,9 мең хәбәрендә телгә алынған.