Башҡортостан Эске эштәр министрлығының Миграция мәсьәләләре буйынса идаралығы 2019 йылдың февраль-октябрендә бирелгән биш йыллыҡ паспорттарҙы алмаштыра. Документтарҙың кодында хата киткән. Был Күмертауҙа, Стәрлетамаҡта, Ишембайҙа, Нефтекамала, Октябрьскийҙа, Межгорьела паспорт алған граждандарға ҡағылмай.