Башҡортостанда 13-14 ноябрҙә урыны менән ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, көндөҙ яуым-төшөм фаразланмай, урыны менән томан, боҙлауыҡ, юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ. 500 метрҙан күреү мөмкинлеге насарая.
Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 14 ноябрҙә республиканың баш ҡалаһында төндә бер аҙ ҡар ҡатыш ямғыр көтөлә, көндөҙ яуым-төшөмһөҙ, урыны менән томан, юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ. Ел төньяҡтан, тиҙлеге секундына 3-8 метр. Һауа температураһы төндә 0, -2 градус, көндөҙ 0 тирәһе.