+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ноябрь 2019, 11:10

Тәбиғәт матурлығын һаҡлайыҡ!

«Экология» милли проектына ярашлы, ноябрь башында республика мәктәптәрендә «Экологик грамоталылыҡ аҙналығы» үткәрелде.

«Экология» милли проектына ярашлы, ноябрь башында республика мәктәптәрендә «Экологик грамоталылыҡ аҙналығы» үткәрелде. Уның маҡсаты иң тәү сиратта йәш быуынды тәбиғәткә яҡынайтыу ине.
Аҙна дауамында уҡыусыларға ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү, сүп-сарҙы айырым йыйыу тураһында аңлатмалар бирелде, шулай уҡ тәбиғәтте һаҡлау кәрәклеге тураһында әңгәмәләр алып барылды.
Кеше тәбиғәттән башҡа көн итә алмай. Үҫеп килеүсе быуын быны ентеклерәк аңлаһын өсөн уҡытыусылар күргәҙмә әсбаптар ҡулланды.
Читайте нас: