+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ноябрь 2019, 18:20

Ҡышҡы осорҙа “Буран” планы бойомға ашырыласаҡ

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының төбәк идаралығы тәҡдим иткән тотҡарлыҡһыҙ Һәм хәүефһеҙ юл хәрәкәте тәртибе Хөкүмәт ултырышында раҫланды

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының төбәк идаралығы тәҡдим иткән тотҡарлыҡһыҙ Һәм хәүефһеҙ юл хәрәкәте тәртибе Хөкүмәт ултырышында раҫланды. “Буран” планы юлдағыларҙың именлеген тәьмин итеүҙе күҙ уңында тота. Ҡатмарлы һауа шарттарына бәйле ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуған осраҡта юл хәрәкәтен сикләү генә түгел, бөтөнләй туҡтатыу мөмкин.
Был ваҡытта юлдағылар өсөн уңайлы шарттар булдырыу, автомобилдәрҙе заправкалау, водителдәргә йылыныу һәм туҡланыу урындарын йыһазландырыу ҡарала. Хөкүмәт рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Назаров билдәләүенсә, кешеләргә ғәҙәттән тыш хәл тураһында хәбәр итеүҙән тыш бәхетһеҙлеккә тарығанда ҡотҡарыу сараларын да хәтерҙәренә төшөрөп барырға кәрәк.
“Буран” операцияһын республикала ла, район кимәлендә лә иғлан итеү мөмкинлеге буласаҡ.
Читайте нас: