+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ноябрь 2019, 11:50

Башҡортостан ғорурлығы

2020 йыл Рәсәй Президенты Указы менән Хәтер һәм дан йылы тип иғлан ителде.

2020 йыл Рәсәй Президенты Указы менән Хәтер һәм дан йылы тип иғлан ителде. «Йәш гвардия» 2013 йылдан геройҙар тарихын мәңгеләштереү эшен башлап, улар тураһында бөтә илгә һөйләй: кескәй геройҙарҙы маҡтай, китаптар сығара, фильмдар төшөрә.
5 ноябрҙә «Йәш гвардия»ның төбәк бүлеге РФ Президенты гранттарында еңеп сыҡҡан «Беҙҙең заман геройҙары. Башҡортостандың даны» тигән күләмле проектҡа старт бирҙе. Проекттың партнерҙары ҡатнашлығында ойоштороу комитетының тәүге йыйылышы үтте. Унда үтәү планын ҡаранылар, геройҙар тураһында мәғлүмәттәр йыйыу механизмын асыҡланылар һәм эш йүнәлештәре буйынса яуаплыларҙы тәғәйенләнеләр. БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, «Берҙәм Рәсәй» партияһы һәм «Хәрби батырлыҡ» проекттың ойоштороусылары булып тора.
Проект геройҙар тураһында видеороликтар форматында социаль реклама һәм баннерҙар эшләүҙе күҙ уңында тота. Артабан уларҙың тарихын социаль селтәрҙәрҙә һәм киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртыу планлаштырылған.
«Беҙ Башҡортостан халҡына төрлө батырлыҡ ҡылған, беҙҙең менән йәнәшәлә: күрше урамда, йортта, хатта бер ғаиләлә йәшәүсе, беҙҙең менән бергә эшләүсе, бер парта артында ултырыусы республикабыҙҙың күп һанлы геройҙары хаҡында һөйләйәсәкбеҙ. 2020 йыл республикаға ысын мәғәнәһендә Башҡортостандың даны тип атап булырлыҡ батыр яҡташтарыбыҙ тарихын асһын»,- ти БР МГЕР етәксеһе Люциә Юлыева.
Проект һөҙөмтәһендә герой яҡташтарыбыҙҙың фотолары менән 100-ҙән ашыу баннер эшләү, уларҙы республиканың төрлө ҡалаларында һәм райондарында урынлаштырыу планлаштырыла. 150 тарих араһынан 20-һе геройҙар тураһында видеороликтар төшөрөү өсөн һайлап алынған.
Башҡортостан халҡы үҙ геройҙарын тәҡдим итә ала. Геройҙар - Ватан өсөн ҡан ҡойған хәрбиҙәр генә түгел, ә ябай эшселәр ҙә, көн һайын тиерлек спорт батырлыҡтары ҡылған чемпиондар ҙа һәм ауыр ваҡыттарҙа кешеләргә ярҙамға килергә әҙер тороусы бик күп ябай кешеләр ҙә.
Әгәр ҙә һеҙ бындай кешеләрҙе беләһегеҙ икән, анкета тултырып, улар тураһында түбәндәге һылтанмаға яҙығыҙ:
https://forms.qle/7fbbYzKQnjjZHXBu7
Читайте нас: