+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ноябрь 2019, 11:15

Хаҡлы ялдағыларға һәм инвалидтарға шифаханаларға сертификаттар

«Башҡортостанда эске һәм тышҡы туризмды үҫтереү программаһына» ярашлы сертификаттар форматында дәүләт ярҙамы бөгөндән тапшырыла башланы.

«Башҡортостанда эске һәм тышҡы туризмды үҫтереү программаһына» ярашлы сертификаттар форматында дәүләт ярҙамы бөгөндән тапшырыла башланы. Был программала пенсияһына федераль дәүләт өҫтәмәһе алған хаҡлы ялдағылар һәм инвалидтар ҡатнаша. Шифаханаларға сертификаттар алыусылар менән БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова осрашты.
Фәүҡинур Әлтәп ҡыҙы Шәрипова тиҙҙән 88 йәшен тултыра. Өлкән йәштәге ханым оҙаҡ йылдар тегенсе булып эшләгән. Хаҡлы ялда ла ҡул ҡаушырып тик ултырмай. Бүләккә ҡорамалар тегә. Фәүҡинур Шәрипованың дөйөм хеҙмәт стажы ҡырҡ йылдан ашыу. Ул "Башҡортостанда эске һәм тышҡы туризмды үҫтереү программаһына ярашлы социаль программала ҡатнашып, ҡулына сертификат алған. Һаулығына файҙаһы күберәк булған "Танып" шифаханаһын һайлаған. 16 ноябрҙә һигеҙ көнгә Асҡын районына юлланасаҡ.С сертификат юллау артыҡ мәшәҡәт тыуҙырмаған.
Өфөнөң Шаҡша биҫтәһендә йәшәгән Фәзимә Ғәфүр ҡыҙы ял йортон тормош иптәше кәңәше буйынса һайлаған. Һаулығын яҡшыртыу өсөн «Ҡарағай» шифаханаһына юлланасаҡ. Башта ғариза яҙып сиратҡа торған, иртәгә ҡулына сертификат һәм путевка аласаҡ.
Ғаилә ағзалары алмашлап ял итәсәктәр. Башта ҡатыны, ә һуңынан Рәфҡәт Фәзрахман улы. Хаҡлы ялдағы хеҙмәт ветерандары социаль яҡлау алыу хоҡуғына эйә. Рәфҡәт Фазрахман улы тормош иптәшенә беренсе тапҡыр социаль юллама буйынса шифаханаға оҙата. Фәзимә Ғәфүр ҡыҙы өсөн иң мөһиме – һаулығын нығытып, аяҡ быуындарына дауа алыу.
Башҡортостанда эске һәм тышҡы туризмды үҫтереү программаһына сертификаттар Республика халыҡты социаль яҡлау учреждениеһы филиалдарында, «Ғаилә» ресурс үҙәгендә һәм район-ара филиалдарҙа,теркәү урындары аша тапшырыла. Ветерандарға һәм инвалидтарға туристик путевкаларҙың субсидия күләме лә билдәләнгән.
Адель Борғанова, Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының бүлек мөдире урынбаҫары: “Башҡортостан буйынса коляскалағы инвалидтар һәм уларҙы оҙата барыусыларға һәм пенсияһына федераль өҫтәмә алыусы хаҡлы ялдағыларға 12 шәр мең һум, хаҡлы ялдағыларға 8 мең һум күләмендә субсидия бүлеү ҡаралған. Был маҡсатҡа республика бюджетынан 13 миллион һум аҡса йүнәлтелгән”.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса социаль туризмды үҫтереү программаһы оҙайтылды, әлеге ваҡытта киләһе биш йылға өҫтәмә финанс сығымдар арттырыу мәсьәләһе хәл ителә.
Башҡортостанда социаль туризмды үҫтереүгә эксперттар тарафынан 131 тур һайлап алынған. Был путевкалар менән мең ярым кеше тәьмин ителәсәк. Документтар менән бәйле ҡағыҙ эшен еңеләйтеү маҡсатында электрон сертификаттар ҙа тапшырыла.
Читайте нас: