+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ноябрь 2019, 11:35

Уңыш уңғандарҙы ярата

Башҡортостан Республикаһында бөгөнгө көндә ауыл хужалығы өлкәһенә ярҙам итеү буйынса программалар уңышлы эшләп килә.

Башҡортостан Республикаһында бөгөнгө көндә ауыл хужалығы өлкәһенә ярҙам итеү буйынса программалар уңышлы эшләп килә.
Килем туплау проекттарының үҫеш программаһы ла йылдам темптар менән алға бара. Улар өсөн республика бюджетынан 300 миллион һум аҡса бүленгән. «Бәләкәй, урта һәм шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаларына ярҙам итеү» милли проекты сиктәрендә субсидия биреү 2024 йылға тиклем дауам итәсәк. Беҙҙең районда был дәүләт башланғысының сағыу миҫалы булып 2018 йылдың 1 октябренән ете хужалыҡ итеүсе субъектты: ике яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтте, өс шәхси эшҡыуарҙы һәм ике ярҙамсы хужалыҡты берләштергән килем туплаусы «Байский стол» кооперативы тора.
Кооператив етәксеһе Гөлнара Солтанбаева тарафынан ҙур ойоштороу эштәре башҡарылған. Хөкүмәт ярҙамы алыуға конкурста ҡатнашыуы һәм еңеп сығыуы – был эштең төп йомғағы. Грант һәм кооператив ағзалары аҡсаларына колбаса һәм ит деликатестары етештереү өсөн ҡоролмалар һатып алынған. Ағымдағы йылда кооператорҙар «Хәләл» стандарты буйынса сертификатланған аҙыҡ-түлекте – сифатлы колбаса һәм ыҫланған тауыҡ иттәре етештереүҙе башлап ебәргән. Бынан тыш кооператив туңдырылған ярымфабрикаттар сығарыуҙы дауам итә. Төрлө ит аҙыҡтарын (сусҡа итенән башҡа) ыҫлау буйынса халыҡҡа хеҙмәттәр күрһәтә.
Продукция беҙҙең район һәм Өфө ҡалаһы магазиндарына оҙатыла. «Байский стол» кооперативының урындағы иттән етештерелгән саф, тәмле продукцияһына күп һатып алыусылар баһа бирҙе лә инде.
Ҙур булмаған эшкәртеүселәр коллективын У.Р. Солтанбаев етәкләй. Эшкәртеү сәнәғәте системаһында ул ун йылға яҡын эшләй. Ике йыл буйына «Хәләл» стандартын индереү менән шөғөлләнә. Урал Радмир улына бар эштәрҙә лә ярымфабрикаттар етештереүсе технолог Ирина Сафина ярҙам итә. Кооперативтың ҙур булмаған коллективында иттән ярымфабрикаттар етештереүселәр Галина Кондратова һәм Лилиә Богданова эшләй. Яҡын көндәрҙә кооперативтың производство биналарында йылытыу ҡорамалдарын урынлаштырыу тамамланасаҡ һәм был артабанғы эш шарттарын күпкә яҡшыртасаҡ.
Читайте нас: