“Йәш профессионалдар (һөнәри белем биреүҙең конкуренцияға һәләтен арттырыу)” төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә оҫтаханалар асыу тураһында
Проекттың төп күрһәткестәренең береһе булып заманса матди-техник база менән йыһазландырылған оҫтаханалар һанын арттырыу тора. 2024 йылға уларҙың һаны кәмендә 55 булырға тейеш.
Был һөҙөмтәгә Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының федераль бюджеттан юридик шәхестәргә субсидиялар рәүешендә грнаттар биреүгә конкурс һайлап алыуы йомғаҡтары буйынса өлгәшеү планлаштырыла.
2019 йылда грант алыуға конкурста Башҡортостандан алты колледж еңеүсе булды.
Белешмә өсөн: федераль бюджет аҡсалары иҫәбенә бирелгән гранттарҙың дөйөм күләме 139 млн һум тирәһе тәшкил итә, уның 30 млн һумы – республиканан, 10 млн һумы – бюджеттан тыш аҡсалар, 20 млн һумы – эш биреүселәрҙең аҡсалары.
200 млн һум 30 заманса оҫтахана булдырыуға йүнәлтелгән.
Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы күп профилле колледж “Социаль өлкә” лоты буйынса грант отто (федераль бюджеттан – 5850 мең һум, республика бюджетынан - 2000 мең һум, һөнәри белем биреү сараларына – 500 мең һум).
Һәр оҫтахана – урта һөнәри белем биреү программаһы буйынса эшмәкәрлек алып барған, Ворлдскиллс Россия стандарттарына ярашлы заманса стандарттар һәм алдынғы технологиялар ярҙамында белем биргән ойошманың структур подразделениеһы.
Оҫтаханалар эшмәкәрлегенең төп функциялары булып урта һөнәри белем биреү;
халыҡты, пенсия алды йәшендәгеләрҙе, шул иҫәптән эш биреүселәрҙең заказы буйынса ҡыҫҡа программалар буйынса уҡытыу;
профориентация эшен үткәреү, мәктәп уҡыусыларына беренсе һөнәри белем биреү тора.
Был проект квалификациялы кадрҙар әҙерләргә, эш биреүселәрҙең заказдарын үтәргә, колледждың Башҡортостандағы һәм Рәсәйҙәге башҡа уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлеген нығытырға мөмкинлек бирәсәк.
Колледж тәүгеләрҙән булып биш заманса оҫтахана аса, йыл аҙағына тиклем тағы ла биш колледж 25 оҫтахана асасаҡ.