+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ноябрь 2019, 16:55

Башҡортостанда помидор, ҡарабойҙай, кәнфит ҡиммәтләнгән

Башҡортостанда ҡайһы бер аҙыҡ-түлек ҡиммәтләнгән.

Башҡортостанда ҡайһы бер аҙыҡ-түлек ҡиммәтләнгән. Был хаҡта Башстат аналитиктары хәбәр итә.
Һуңғы аҙнала помидор йәнә ҡиммәтләнгән, ләкин 0,3%. Ә ҡарабойҙай ярмаһының хаҡы 9,4% күтәрелгән. Хәҙер бер килограмм ҡарабойҙай 50,82 һум тора.
Йәшелсәгә лә хаҡ артҡан. Кәбеҫтә, ҡыяр 3,5% ҡиммәтләнгән – бер килограмы 17,34 һәм 71,69 һум. Кәнфиттең хаҡы 2,1% артҡан – 282,37 һум. Туңдырылған балыҡ 2,1% ҡиммәтерәк – бер килограмы өсөн 160,49 һум түләргә кәрәк, макарон изделиелары иһә 2% ҡыйбатланған – 53,01 һум.
Ләкин вермишель, картуф, тоҙ кеүек аҙыҡ-түлек арзанайған. Вермишель –1,4%, хәҙер бер килограмы 50,9 һум тора. Тоҙҙоң хаҡы 0,7% төшкән – 10 һум, картуфтың 0,4% – бер килограмы 16 һум.
Бынан алда «Башинформ» Өфө Башҡортостанда һөткә хаҡтар буйынса үҙенең рекордын уҙып китеүе хаҡында хәбәр иткәйне.
Читайте нас: