-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ноябрь 2019, 00:45

Гриппҡа ҡаршы вакцинация кампанияһы дауам итә

Грипп эпидемияһы киләһе йылдың ғинуарынан мартҡа тиклем һуҙыласаҡ

Грипп эпидемияһы киләһе йылдың ғинуарынан мартҡа тиклем һуҙыласаҡ. Белгестәр билдәләүенсә, элекке штамдары көтөлә. Әлегә был сир менән республика медицина учреждениеларына мөрәжәғәт итеүселәр булмаған.
Киҫкен респиратор йоғошло инфекция менән сирләүселәр төбәктә 16 мең тирәһе теркәлгән. Был уҙған йыл менән сағыштырғанда, бер кимәлдә. Грипҡа ҡаршы прививка кампанияһы декабрь уртаһына тиклем дауам итә. Ул йәшәү урыны буйынса поликлиникаларҙа һәм эш урынында бушлай эшләнә.
Тәү сиратта мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, коммуналь хужалыҡ, транспорт, сауҙа өлкәһендә эшләүселәргә прививка яһау ҡарала, шулай уҡ балалар – сөнки уларға сир тиҙ йоғоусан. Шулай уҡ шәхси поликлиникаларға мөрәжәғәт итергә мөмкин. Вакцина киҙеүҙән һаҡлай, ә сир йоҡһа кеше уны еңелерәк үткәрә, тип билдәләй табиптар. Былтыр республикала грипп менән сирләгән бер ҡатындың ғүмере өҙөлгән.
Читайте нас: