+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Ноябрь 2019, 22:40

Башҡортостанда быйыл эшләнгән сит ил паспорттары ғәмәлгә яраҡһыҙ тип табылды

Ниндәй генә сик буйын үтмәне, ҡайһы ғына ҡитғаларҙы күрмәне, ниндәй илдәрҙә сәйәхәт итмәне ул

Ниндәй генә сик буйын үтмәне, ҡайһы ғына ҡитғаларҙы күрмәне, ниндәй илдәрҙә сәйәхәт итмәне ул. Бер ерҙә лә тотҡарланманы, проблема булманы, ә хәҙер килеп Рәсәйҙә закондан тыш. Сит илдеке булыуына ҡармаҫтан. Беҙҙең йәмғиәттә уға урын юҡ һәм кисекмәҫтән юҡҡа сығарырға кәрәк. Алмашҡа яңыһын. Яңыһы менән сит илдәргә йөрөү һорау тыуҙырмаясаҡ. Етмәһә, түләргә лә кәрәкмәй. Бушлай тотторалар.
Башҡортостанда быйыл февралдән алып октябргә тиклем эшләнгән сит ил паспорттары ғәмәлгә яраҡһыҙ тип табылды. Биш йыллыҡтары ғына. Хоҡуҡ һаҡсылары әйтеүенсә, документтарҙа хаталар киткән. Ҡыҙыҡ, ә бит күптәр ул паспорттар менән сит илдәрҙә йөрөп ҡайтты.
Таможня хеҙмәткәрҙәрендә бер ниндәй ҙә һорау тыуманы. Ә тыуған булһа? Күпме кеше сит илгә ял итәм тип барып енәйәтсегә әйләнер ине. Ә күпме кеше хәҙер бара алмаясаҡ. Проблема барлығы хаҡында белгәс кем сик буйын үтергә баҙнат итһен инде. Ә юллама һатып алынған булһа? Һорауҙар күп. Азат Ғәлиуллин яуап эҙләне.
Тимур Ярмуллин Европа илдәре буйлап сәйәхәт итеү хыялын тормошҡа ашырыу ниәтендә сит ил паспортын ала. Ул әҙер булғас виза ла эшләтә. Ләкин, сәйәхәт башланыр ваҡыт еткәс төп документ яраҡһыҙ булып сыға.
Республикала эшләтелгән сит ил паспорттарының яраҡһыҙ булыуы тураһындағы мәғлүмәт уҙған тәүлектә билдәле булды. Был хаҡта Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығы хәбәр итте.
Быйыл февралдән октябргә тиклем бирелгән сит ил паспортын ҡулланыу яраҡһыҙ тип табылды. Сәбәбе документ кодында хата китеүендә. Ә инде 10 йылға тиклем эшләтеүселәргә, шулай уҡ Ишембай, Стәрлетамаҡ, Күмертау, Октябрский, Нефтекама һәм Межгорье ҡалаларына ҡағылмай. Йә иһә, сит ил паспортын алмаштырыу талап ителмәй.
Техник яҡтан ебәрелгән яңылышлыҡтар арҡаһында документты ҡабаттан эшләтеү талап ителә. Быйыл республика граждандары алған паспорттарҙа бүлексә һаны 0761 урынына, 020-006 тип күрһәтелгән. Ул тик биш йыллыҡтарға ғына ҡағыла. Һорауҙар буйынса миграция хеҙмәтенең урындағы бүлексәһенә шәхсән мөрәжәғәт итеү кәрәк.
Александр Шутов, Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәре: “Сит ил паспортын яңыһына алмаштырғанда пошлина түләү кәрәкмәй. Һәм ул ҡыҫҡа ваҡыт эсендә эшләнә. Бының өсөн миграция һорауҙары буйынса бүлексәгә шәхсән килеп, Рәсәй һәм сит ил паспортын күрһәтеү мөһим”.
Сит ил паспортын быйыл алып та сикте үтеүселәр бар. Шуларҙың береһе Лилиә Шакирова.
Документтағы хата ла тик ун айҙан һуң ғына билдәле була. Ошо ваҡыт эсендә әллә күпме турист сикте бер нисә тапҡыр үтеп өлгәргән дә инде. Туристик агентлыҡы вәкилдәре лә паспорттар менән бәйле ниндәй ҙә булһа ҡатмарлыҡтар осрамауын билдәләй.
Әгәр инде бөгөнгә тиклем хаталы сит ил паспорты менән путевка алынған икән, Федераль миграция хеҙмәте идаралығынан махсус справка булыу ҙа мөһим. Ул саҡта самолетҡа ултырырға ла, сикте үтергә лә рөхсәт биреләсәк.
Читайте нас: