- Беҙҙә халыҡ бик әүҙем, ә иң мөһиме, үткәрелгән йыйылыштарҙың ыңғай һөҙөмтә бирәсәгенә шикләнмәй,- тип һөйләй Ҡаҙырғол ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илшат Мәжит улы Ғәлин. – Ауыл халҡы Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында 2016 йылдан ҡатнаша.
Һөҙөмтәләр күҙ алдында. Конкурстарҙы уңышлы үттек, тейешле балдар йыйҙыҡ һәм еңеп сыҡтыҡ. Шулай итеп, күп проблемаларҙы хәл иттек. Ә бөгөнгө көндә Ҡамсылытамаҡ ауылы янында малдарҙы сығарыу өсөн Өршәк йылғаһы аша күперҙе ремонтлау көнүҙәк мәсьәлә булып тора. Был һорау үҙенән-үҙе генә күтәрелмәне, тәү башта ауыл халҡы менән айырым һәм күмәк әңгәмәләр үткәрелде. Бүтән тәҡдимдәр булһа ла, урында йәшәүселәр тап ошо мәсьәләне хәл итеү кәрәклеген әйтте.
Йыйылыштың тыныс, дуҫтарса шарттарҙа уҙыуы, унда ҡатнашыусыларҙың был көнүҙәк мәсьәләне атҡарып сығыуҙың төрлө юлдарын алдан уйлағандарын һәм Программаның бөтә талаптарын да үтәргә әҙер булыуҙарын күрһәтте. Сара барышында халыҡтан һәм бағыусыларҙан күпме сумма йыйырға кәрәклеге билдәләнде, инициатив төркөм һайланды, шулай уҡ аҡсалар артып ҡалһа, уларҙы нимәгә тотоноу тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Йыйылышҡа килгән ауыл халҡы Өршәк йылғаһы аша һалынған күперҙе ремонтлау өсөн тауыш бирҙе.
Мөһим саранан Яңы Йәнбәк мәктәбе уҡыусылары ла ситтә ҡалманы – улар һүрәттәр конкурсында әүҙем ҡатнашты. Яңы Йәнбәк ауыл клубы мөдире Зәлиә Хәмәҙиева «ППМИ-2020» һәм «Беҙ – күпер яҡлы» күрһәтмә плакаттар әҙерләгәйне.