0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ноябрь 2019, 11:50

Һәләтең бармы? Күрһәт!

Башҡорт дәүләт филармонияһында, һөнәри белем биреү учреждениелары студенттары үҙҙәренең сәхнә оҫталығын күрһәтәсәк.

«Мәҙәниәт» милли проектына ярашлы, был аҙнала, йәғни 21 ноябрҙә, Өфө ҡалаһында, Башҡорт дәүләт филармонияһында, һөнәри белем биреү учреждениелары студенттары үҙҙәренең сәхнә оҫталығын күрһәтәсәк.
Улар өсөн махсус сара ойошторола. Эшсе һөнәрҙәр алыу менән бер рәттән талантлы йәштәребеҙ моңло итеп йырлай ҙа, өҙә баҫып бейей ҙә, төрлө музыка ҡоралдарында уйнай. Тамашасылар быны үҙ күҙҙәре менән күреп инанасаҡ.
Ошонда уҡ художество эштәре күргәҙмәһе лә тәҡдим ителәсәк. Тимәк, актер оҫталығы менән бер рәттән, студенттар үҙҙәренең ҡул эштәрен дә күрһәтә.
Әле сараға тулы әҙерлек бара.
Читайте нас: