«Башинформ» агентлығы
хәбәр иткәнсә, Башгидрометүҙәк фаразына ярашлы, шишәмбе, 19 ноябрҙә, Башҡортостанда көндәр ҡапыл һыуыта. Төндә бер аҙ епшек ҡар, ҡар, көндөҙ урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы, айырым райондарҙа боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы көтөлә. Юлдарҙа боҙлауыҡ, ҡар. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төньяҡта төндә һәм көндөҙ -12,-17, көньяҡта төндә һәм көндөҙ -3,-8, көн дауамында -12,-17 градусҡа тиклем түбәнәйә.