Юлдарҙа боҙлауыҡ, ағастарға һәм тимер сымдарға ҡар һырый, ти белгестәр. Автоинспекторҙар водителдәрҙе лә, йәйәүлеләрҙе лә иғтибарлы булырға саҡыра. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәре Ленар Зиннуров.
Уҙған тәүлектә республикала 10-ға яҡын юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, 8 кеше йәрәхәтләнгән.
Әйткәндәй, баш ҡалабыҙҙа “Хәүефһеҙ юл” тип аталған акция иғлан ителде. Унда әүҙем ҡатнашыусыларға бүләк тапшырыла. Сара шарттары менән Өфө хакимиәтенең рәсми сайтында танышырға була.