Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, 19 ноябрҙә көндөҙгө сәғәт 1-гә ҡар яуыуы тураһында фараз раҫланманы: республика биләмәһендә яуым-төшөм юҡ. Һауа температураһы -1 градустан (Бәләбәй районы) -18 градусҡаса (Учалы районы) тирбәлә. Елдең тиҙлеге секундына 14 метрға етә (Хәйбулла районы).
«Автомобиль юлдарында хәрәкәт штат режимында сикләүһеҙ бойомға ашырыла. Йәшәү тәьминәте һәм энергетика системаларында боҙоуҙар юҡ», — тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.
19 ноябрҙә киске сәғәт 8-ҙән 20 ноябргә киске 8-гә тиклем хәүефле күренештәр фаразланмай, уның ҡарауы, юлдарҙа боҙлауыҡ көтөлә.
Был осорҙа аяҙлы-болотло була. Башлыса яуым-төшөмһөҙ, айырым райондарҙа боҙлауыҡ һаҡлана, юлдарҙа боҙлауыҡ. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан секундына 5-10 метр тиҙлектә иҫә. Һауа температураһы төндә -19,-24, көнсығышта -30-ға тиклем, көндөҙ -13,-18.