+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ноябрь 2019, 14:10

Башҡортостан райондарының береһендә термометр бағанаһы минус 33 градусты күрһәткән

Башҡортостанда, синоптиктар вәғәҙә иткәнсә, ҡапыл һыуытты.

Башҡортостанда, синоптиктар вәғәҙә иткәнсә, ҡапыл һыуытты. Аҙна башында төбәккә һалҡын арктик һауа үтеп инә башланы. Һауа температураһы ныҡ түбәнәйҙе.
Бөгөн төндә Белорет районының Үткәл ауылында минус 33 градус теркәлгән. Ришат Хәйбуллин, термометр күрһәткестәрен фотоға төшөрөп, социаль селтәргә һалған.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк, Белорет районында бындай температураға күнегеп бөткәндәр.
Читайте нас: