Бөгөн Өфө биләмәһендә водителдәрҙе тикшереү ойошторола.
Баш ҡала Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, иҫкәртеү саралары ауыр эҙемтәле юл фажиғәләренә юл ҡуймау өсөн юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәүгә йүнәлтелә.
Бынан тыш, водителдәрҙең бөтә тейешле документтарын тикшерәләр.
«Бер ҡасан да эскән килеш рулгә ултырмағыҙ, ә сығыр алдынан документтарығыҙҙың булыуын һәм транспортығыҙҙың төҙөклөгөн тикшерегеҙ. Үҙегеҙҙе һәм айырыуса кескәй пассажирҙы ҡайыш менән эләктерегеҙ», — тип иҫкә төшөрҙөләр Өфө ЮХХДИ-да.