-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ноябрь 2019, 11:40

Өфөлә Шота Руставели урамындағы барак тирәләй ваҡиғалар ҡуйырыуын дауам итә

Авариялы йортта бөгөнгәсә тиерлек күсеп китергә теләмәгән бүлмә хужалары йәшәгән.

Авариялы йортта бөгөнгәсә тиерлек күсеп китергә теләмәгән бүлмә хужалары йәшәгән. Ни өсөн ҡурҡыныс баракты Гүзәл Привалова ҡалдырырға теләмәй.
Ишекте ҡайырып алғандар, ә уға тиклем бүлмәне һыуға батырыр өсөн кранды асҡандар. Тәҙрә ватыҡ. Гүзәл Привалова әйтеүенсә, уны бынан шулай күсергә мәжбүр иткәндәр. Был тиклем емереклек ҡайҙан? Ниңә, ни өсөн тигән һорауҙар тыуа. Авариялы йортта йәшәүселәрҙең бөтәһен дә күсергәндәр. Ул ғына ҡалған. Иҙәндә баҫыр урын юҡ, үлгән тараҡандар, ҡайҙа ҡарама, бысраҡ.
Өфөләге Шота Руставели 70/ 7 йорто бөтә илгә билдәле. Тап шул данлыҡлы йорттоң беренсе ҡатындағы бүлмә Гүзәл Рәмил ҡыҙының милке. 1956 йылда төҙөлгән барак элек фанера комбинатына ҡараған. Комбинатта эшләүселәргә бында бүлмәләр бирелгән. Һуңынан дөйөм ятаҡ муниципалитет ҡарамағына тапшырылған. 60 йыл эсендә ул ныҡ таушалған.
Тәүҙә баракта йәшәүселәр уны авариялы итеп танытыу өсөн көрәшкән.. Хатта, дәүләт органдарында эшләүселәрҙе улар сәйгә саҡырған. Авариялы итеүгә ирешкәс, властарҙан үҙҙәрен күсертә алмай беренсе каналдың «Мужское и Женское» тапшырыуына тиклем барып еткәндәр. Һөҙөмтәлә инвалид бала тәрбиәләүсе бер ҡатынға ғына фатир бирелгән. Гүзәл Привалова ла бер бүлмәле фатир биреүҙәрен көтә һәм шуға ла ул бынан күсеп китергә теләмәй.
Уның 13 һәм 16 йәшлек балалары бар. Ә бүлмә 13 квадрат метрлыҡ ҡына. Йәшәү шарттары булмаған йорттан уға Орджоникидзе районы хакимиәте ваҡытлыса йәшәү урынына күсерергә тәҡдим яһаған. Әммә ул унан баш тартҡан.
Ни өсөн барак авариялы йорттарҙан күсереү федераль проектына индерелмәгән, һорау тыуа. Йорттан граждандарҙы күсереү уның урынында төҙөлөш алып барасаҡ компания ҡарамағына тапшырылған. Тәүҙә СУ-10, ә хәҙер бөтөнләй икенсе төҙөүсе – ПСК6. Тәүгеләре 100-ҙән ашыу кешене һәм улар йәшәгән йорттоң яҙмышын бер нисек тә хәл итә алмаһа, ПСК 6 был эш менән бер йыл тирәһе шөғөлләнә. Социаль найм менән йәшәгәндәргә һәм милекселәргә улар аҡса тәҡдим итә.
Барактағы 13 квадрат метрлыҡ бүлмә урынына улар Гүзәл Приваловаға ятаҡтан бүлмә, йә 600 мең һум аҡса бирергә уйлаған. Привалова бындай ҡарар менән килешмәй. Төҙөүсе компания вәкиле белдереүенсә, эш судҡа барып етеүе ихтимал. Һөҙөмтәлә муниципалитет бүлмәне унан тартып алып, урынына 400 мең һум ғына тәҡдим итеүе ихтимал. Милексе күсергә ризалыҡ бирмәгән икән, төҙөлөш эштәре башлана алмай, йорт шулай торасаҡ әле авариялы йорттарҙан күсереү проблемаһына һәйкәл булып.
Читайте нас: