+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ноябрь 2019, 12:00

Республика ауылдарында «Демография» милли проектының мобиль бригадаһы эш башланы

Медицина учреждениеһына үҙҙәре килә алмағандарҙы махсус транспорт сараһы хеҙмәтләндерә.

Өфө районы Ольховое ауылында йәшәүселәрҙе табиптар бөгөн урындағы фельдшер-акушерлыҡ пунктында ҡабул итте. Медицина учреждениеһына үҙҙәре килә алмағандарҙы махсус транспорт сараһы хеҙмәтләндерҙе.
Маршрут автобусын хәтерләткән транспорт ауылда йәшәүсе ололарҙы өйҙәренән урындағы дауаханаға илтә. Ул республика социаль хеҙмәткәрҙәренә ололарҙы медицина учреждениеларына йөрөтөү өсөн махсус бүленгән техника.
Һигеҙ кешелек автомобиль салоны мөмкинлеге сикләнгән граждандар өсөн махсус эшләнгән. Ул 65 йәште уҙғандарҙы фельдшер-акушерлыҡ пунктарына, йә көндөҙгө амбулатория дауаханаларына йөрөтөү өсөн тәғәйенләнгән.
Баш ҡаланың икенсе поликлиникаһы ҡарамағына мәҫәлән, Өфө районының һигеҙ тиҫтәләп ауылы һәм 200-ҙән ашыу баҡсасылыҡ ширҡәте инә. Кисә халыҡты ҡабул итеү Ольховое ауылының фельдшер-акушерлыҡ пунктында үтте. Килгән халыҡты ете белгес ҡараны. 21-се клиник дауаханаһы бригада составында күсмә медицина үҙәген дә ебәргән.
Мобиль бригада төпкөл ауылдарҙа ла эшләй. Әгәр оло кешегә ярҙам кәрәк була ҡалһа, уны район дауаханаһына, йә поликлиникаһына алып барып еткерә. Махсус транспортҡа заявканы ауыл фельдшеры бирә.
Ольховое ауылында йәшәүселәр баш ҡаланан килгән медицина хеҙмәткәрҙәрен көтөп алған. Белгестәрҙең килеүе тураһындағы мәғлүмәт халыҡҡа алдан уҡ хәбәр ителә. «Демография» милли проекты сиктәрендә федераль бюджеттан автотранспорт өсөн 34 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Һөҙөмтәлә быйыл 18 берәмек техника һатып алына.
Һәр «мобиль бригада», ғөмүмән, кәмендә икешәр районды хеҙмәтләндерергә тура киләсәк. Шуға ла автобустар алыҫ араға йөрөү өсөн мөмкин тиклем уңайлы итеп эшләнгән.
Читайте нас: