Рәсәй банкы республика бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, йыл башынан банктар Башҡортостанда йәшәүселәргә 258,6 миллиард һумлыҡ кредит биргән. Был уҙған йылдың ошо осорона ҡарағанда 14% күберәк. Тағы 463,8 миллиарды – элекке йылдарҙан ҡалған бурыс. Шул сумманың яртыһынан ашыуы — ҡулланыусылар кредиты. Аналитиктар билдәләүенсә, ваҡытында түләмәүселәр өлөшө кәмей. Йәғни халыҡ бурысҡа аҡса алыр алдынан ныҡлап уйлай. Был хаҡта тулыраҡ
ошонда.