+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ноябрь 2019, 13:50

Дәүләкән фермерҙары – «Алтын тирмәлә»!

Рәүеф, Гөлшат Хөснөтдиновтар, Йәмил Арыҫланов Башҡортостан юлдаш телевидениеһына, «Алтын тирмә» тапшырыуына барып ҡайтты.

Ошо көндәрҙә Көрмәнкәй ауылынан фермерлыҡ менән шөғөлләнеүсе Рәүеф, Гөлшат Хөснөтдиновтар, Йәмил Арыҫланов Башҡортостан юлдаш телевидениеһына, «Алтын тирмә» тапшырыуына барып ҡайтты.
Яҡташтарыбыҙ үҙҙәренең белемдәрен һынап ҡына ҡалманы, ҡаршы команда вәкилдәре – Михайловка фермерҙары менән дуҫлашып та өлгөрҙө.
Ике яҡ та осрашыуҙан ҡәнәғәт ҡалды. Мәрәйҙәрҙе бер тигеҙ йыйған ер уңғандары араһында еңеүселәр һәм еңелеүселәр булманы.
Тапшырыу БЮТ каналында күрһәтеләсәк.
Читайте нас: