Бындай хәл справкаларға хаҡ күтәрелеү менән бәйле. Кешеләр водитель таныҡлығы алыу өсөн тиҙ арала медицина тикшерелеүе үтеп ҡалырға ашыға.
Бөгөн справкалар 720 һум тора. Иртәгәнән был хеҙмәт өсөн 7 мең һум самаһы аҡса түләргә тура килә. “Яңы төр анализдар тапшырыу талабы ҡуйылған. Хаҡтар артыуы шуның менән аңлатыла”, - ти клиник-диагностика лабораторияһы мөдире Елена Ғәлиева.
Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында ла наркология диспансерҙарына ҙур сират күҙәтелә, тип хәбәр итә үҙәк мәғлүмәт саралары.