-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ноябрь 2019, 23:45

Водителдәр өсөн медицина тикшереүенең яңы тәртибен индереү кисектерелде

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы водителдәр өсөн медицина белешмәһен алыуҙың яңы тәртибен көсөнә инеү датаһын күсерҙе.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы водителдәр өсөн медицина белешмәһен алыуҙың яңы тәртибен көсөнә инеү датаһын күсерҙе. Был хаҡта «Российская газета» Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Олег Салагайҙың Telegram-каналына һылтанып хәбәр итә.
«Халыҡтың хәүефләнеүен иҫәпкә алып, Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова водителдәр өсөн медицина тикшереүенең яңы тәртибе тураһында бойороҡтоң көсөнә инеүен кисектерергә хәл итте. Министр ҡул ҡуйған тейешле бойороҡ дәүләт теркәүенә ебәрелде», — тип яҙа Салагай.
Иртәгә, 22 ноябрҙә, Һаулыҡ һаҡлау министрлығының водителдәр өсөн мотлаҡ документты алыу тәртибен регламентлаған бойороғона үҙгәрештәр көсөнә инергә тейеш ине. Бөтә автомобиль йөрөтөүселәргә алкоголизм сиренә күрһәткән CDT маркерын билдәләү өсөн ҡан бирергә, психоактив матдәләрҙең (амфетамин, каннабиноид, кокаин, метадон, опиат) бармы-юҡмы икәнлеген белеү өсөн бәүел тапшырырға кәрәк. Ыңғай һөҙөмтә булһа, водитель наркология диспансерында өҫтәмә комиссия үтергә бурыслы.
Ошо көндәрҙә илдең белешмәләр биргән медицина учреждениеларында халыҡтың медицина белешмәләрен элекке хаҡҡа – 720 һумға алырға теләүенә бәйле оҙон сираттар күҙәтелде. 22 ноябрҙән медицина тикшереүенең хаҡы бер нисә тапҡырға артып, 5 570 һум булырға тейеш ине.
Читайте нас: