“Балҡантау” гәзитендә хәбәр ителеүенсә, “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә Өфө ҡалаһында “Иҙел” Халыҡ-ара башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусыларҙың конкурсы үтте.
Унда һәләтле башҡарыусылар сәхнәлә үҙҙәрен йәнә бер һынап ҡараны. Илебеҙҙең төрлө төбәктәренән башҡарыусыларҙы йыйған йәштәр Өфө ҡалаһы сәхнәһен йыр-моңға күмде. Тамашасы һәр сығышты алҡыштар менән оҙатты.
Был конкурс 2011 йылдан бирле үткәрелеп килә.