+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ноябрь 2019, 11:20

Производствола зыян күреүселәргә автомобиль

Кисә Өфөлә Рәсәй Социаль страховкалау фондының Башҡортостан буйынса бүлеге 18 кешегә «Лада Гранта» автомобиле асҡысы тапшырҙы.

Кисә Өфөлә Рәсәй Социаль страховкалау фондының Башҡортостан буйынса бүлеге 18 кешегә «Лада Гранта» автомобиле асҡысы тапшырҙы.
Страховкалау тәьминәтенең бер төрө булған техника производствола зыян күреүселәргә шәхси милеккә бушлай бирелә. Ул ете йыл һайын алмаштырылып тора. Ошо ваҡыт арауығында автомобилгә фонд иҫәбенә бер тапҡыр капиталь ремонт яһарға мөмкин.
Фонд хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, эш урынында йәрәхәтләнеүселәргә һәр яҡлап ярҙам күрһәтеү ҡаралған. 2001 йылдан алып Социаль страховкалау фондының Башҡортостан төбәк бүлексәһе мөмкинлектәре сикләнгән 1200-ҙән ашыу кешене махсус транспорт менән тәьмин иткән. Быйыл ғына утыҙҙан ашыу машина асҡысы тапшырылған.
Махсус транспорт алыу өсөн медицина комиссияһын үтергә һәм Страховкалау фондына ғариза яҙырға кәрәк. Нуриман районында йәшәүсе Фаил Абушахмин бынан 10 йыл элек заводта эш урынында йәрәхәт алған. Уның ик еурындан умыртҡа һөйәге һынған. Бөгөн ул икенсе тапҡыр автомобиль асҡыстары алып ҡыуанды. Уның әйтеүенсә, автомобиль хужаларының мөмкинлектәренә яраҡлаштырылған техника бик уңайлы.
Читайте нас: