+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ноябрь 2019, 12:00

Радий Хәбиров: “Был республика һәм Өфө абруйын ҡаҡшатыу”

Башҡортостан башлығы проектҡа мөнәсәбәте ике яҡлы булыуын да йәшермәне.

Баш ҡалала дельфинарий төҙөү буйынса ойошторолған йәмәғәт тыңлауҙары һәм аныҡлап әйткәндә, унда элемтә сараларын сикләү ҡоролмаларын ҡулланыуға Радий Хәбиров шундай баһа бирҙе.
Башҡортостан башлығы проектҡа мөнәсәбәте ике яҡлы булыуын да йәшермәне. Берҙән, балаларға күңел асыу өсөн сираттағы объект төҙөлөшө әлбиттә, яҡшы, икенсе яҡтан, дельфинарий төҙөлөшө тирәләй төрлө фекер ҡуйыртыла.
Йәмәғәт тыңлауҙары һөҙөмтәләре мотлаҡ иҫәпкә алынасаҡ, әммә ҡала хакимиәте менән йәмәғәтселек вәкилдәренә эшлекле диалог алып барырға өйрәнергә ваҡыт тип билдәләгән Башҡортостан башлығы.
Читайте нас: