Башҡортостанда йәшәүселәр ылыҫлы ағастарҙы рөхсәтһеҙ ҡырҡыу тураһында хәбәр итә ала. Бөгөндән республика биләмәһендә «Шыршы –2019» оператив-иҫкәртеү операцияһы башлана. Урмандарҙа законһыҙ эшмәкәрлек алып барыу хаҡында мәғлүмәтте 8 (347) 218-14-14 телефоны буйынса Урман хужалығы министрлығының диспетчер хеҙмәтенә ебәрергә мөмкин.
Яңы йыл байрамдары алдынан Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы һәм ведомство ҡарамағындағы учреждениелар ылыҫлы ағастарҙы ҡырҡыуға контролде көсәйтә, тип билдәләй ведомствоның матбуғат хеҙмәте.
«Операция барышында Башҡортостан Республикаһының Урман хужалығы министрлығы инспекторҙары эске эштәр, Үҙйөрөшлө машиналар һәм башҡа төр техника торошон техник яҡтан күҙәтеү инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә йәш ылыҫлы ағастарҙы рөхсәтһеҙ киҫеүгә юл ҡуймау өсөн урмандарҙы, шыршы ташыған транспортты тикшерә. Һалым хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре менән бергә законһыҙ әҙерләнгән яңы йыл шыршыларын һатыуға юл ҡуймау маҡсатында уларҙы һатҡан урындарҙа рейдар үткәреү күҙаллана», — тип хәбәр итә ведомствоның матбуғат хеҙмәте.
Урман хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, урман фондына килтерелгән зыян өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығы ҡаралған.
Граждандарға — 3-4 мең, вазифалы кешеләргә — 20-40 мең, юридик берәмектәргә 200-300 мең һум административ штраф янай.
Штрафтан тыш, браконьер урман фондына килтергән зыянды ҡапларға тейеш. Әгәр зыяндың суммаһы биш мең һум һәм унан күберәк икән, «Урман үҫентеләрен законһыҙ ҡырҡыу» статьяһы буйынса енәйәт яуаплылығына тарттырылыуы ихтимал. Ошо статья буйынса максималь яза – алты йылға тиклем иректән мәхрүм итеү.
Әгәр законһыҙ ҡырҡҡан саҡта механизмдар, автомототранспорт, үҙйөрөшлө машина һәм башҡа техника файҙаланылһа, административ штрафтың күләме арта, ә файҙаланылған эш ҡоралдары һәм киҫелгән ағастар конфискациялана.