-29 °С
Ясно
Антитеррор
Все новости
Новости
25 Ноября 2019, 18:55

Республикала яңы йыл календары-2020 төҙөлгән

Башҡортостанда яңы йыл календары-2020 төҙөлгән.

Башҡортостанда яңы йыл календары-2020 төҙөлгән. Райондарҙың һәм ҡалаларҙың бөтә яңы йыл саралары бер урынға тупланған. Ул «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталында баҫылған. Республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров бөгөн хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә 20 декабрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында республика Яңы йыл шыршыһы ойошторолоуы хаҡында һөйләне. Унда 780 уҡыу алдынғыһы, предмет олимпиадалары һәм спорт ярыштары еңеүселәре, художестволы үҙешмәкәрлек фестивалдәре лауреаттары, хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрбиҙәрҙең һәм эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең балалары, шулай уҡ ишле һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балалар, һаулыҡ мөмкинлектәре сикле һәм инвалид балалар ҡатнаша. Уларҙың барыһына ла бүләктәр тапшырыла.
25 декабрҙә Дәүләт Кремль һарайындағы дөйөм Рәсәй Яңы йыл шыршыһында 114 бала ҡатнаша.
11 ғинуарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Аксаков шыршыһы-2020 була. Унда «үҙенсәлекле балалар» саҡырыла. 19-23 декабрҙә 32 мең уҡыусы ҡатнашлығында 143 муниципаль шыршыһы уҙғарыла. 31 декабрҙә бөтә яңы йыл майҙансыҡтарында күңел асыу ойошторола.
Хөкүмәт вице-премьеры һүҙҙәренсә, яңы йыл каникулдарында республикала бик күп спорт һәм мәҙәни саралар үткәрелә. Балалар ата-әсәләре менән бергә ҡатнаша ала. 2-6 ғинуарҙа мәктәптәрҙә 1017 спорт залында һәм майҙансыҡта спорттың ете төрө буйынса «Яңы йыл ғаилә уйындары-2020» фестивале була. 3 ғинуарҙа Өфөлә — Ҡарһылыуҙар парады, 4 ғинуарҙа «Ҡашҡаҙан» паркында — ат-сана экипаждары парады, 7 ғинуарҙа тотош республикала Раштыуа байрамы уҙғарыла. 3750 мәҙәниәт учреждениеһы яңы йыл байрамдарына 6049 сара планлаштырған.
Читайте нас в