Тап ошо сәбәпле барлыҡҡа килә лә инде аҙыҡ-түлектең сифатһыҙы, ялғаны. Бал кәмеһә, яһалмаһы барлыҡҡа килә башлар. Ә бына рациондағы төп ризыҡтар шулай юғала башлаһа? Ә ниңә, етештереүселәр кәмей, ә ашаусылар шул көйө. Ауыл хужалығы бар халыҡты ла тәбиғи продукция менән тәьмин итеп өлгөрә алмай. Бындай осраҡта ашамлыҡтарҙың һис шикһеҙ яһалмалары барлыҡҡа киләсәк. Баш ҡалаға сит илдән яһалма ит индерелә башлауын да ошо күренеш менән аңлатырға мөмкин. Тыныс тормошта, ашарға бар саҡта ресторандар хәҙер яһалма ит тәҡдим итә. Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге ҡаҡшауымы, әллә заман талабымы?
Өфөлә йәшәүсе Дилмөхәмәтовтар өҫтәле ит ризыҡтарынан өҙөлмәй. Улар бының өсөн күпләп мал аҫраусы ауылдағы туғандарына рәхмәтле. Быйыл да ҡышҡылыҡҡа ебәрелгән запастан хужабикә милли аш-һыуҙар әҙерләргә ниәтләй. Айырыуса, уның ғаиләһе үткәрелгән иттән бешерелгән күп төрлө ашамлыҡтарҙы, шулай уҡ бишбармаҡ менән ваҡ бәлеште үҙ итә.
Әммә Дилмөхәмәтовтар кеүек барыһы ла ауылдағы туғандары менән маҡтана алмай. Бындай ғаиләрҙең күбеһе итте аҙна һайын ойошторолған йәрминкәләрҙән йәки баҙарҙан һатып алырға мәжбүр. Әлбиттә, был ҡиммәтерәк, бәлки, сифатһыҙыраҡ булыуы ла мөмкин. Был үҙ сиратында ялған, яһалма продукцияға ла һорау арттыра. Хатта, аграр төбәк һаналған республика ла был күренештән ҡурсаланмаған. Өфөләге ресторандарҙың береһе яһалма иттән бургерҙар һата башланы. Яһалма, сөнки ул тәбиғи малсылыҡ продукцияһынан, хатта соянан да түгел. Ят ризыҡты тәмләп ҡараусылар билдәләүенсә, бургерҙарғы кәтлитте аналогынан айырып булмай. Шулай ҙа...
Америкала етештерелгән киләсәк ашамлығын Өфөгә һынау рәүешендә Артур Дмитриев килтергән. Уның әйтеүенсә, Калифорния ғалимдарына мөғжизәле кәтлитте уйлап сығарыу өсөн ете йыл талап ителгән. Бының өсөн улар иң башта натураль иттең составын ентекләп өйрәнгән. Һуңынан борсаҡ аҡһымы, кокос майы, тоҙ, уксус, крахмал һәм сөгөлдөр һуты һайлап алынған. Һуңғы компонент инде кәтлиттең ҡыҙғылт төҫө өсөн яуап бирә.
Яһалма иттә натрий, калий, кальций һәм С витамины күберәк. Ә бына етешһеҙлектәргә килгәндә, майҙар, витаминдар һәм микроэлементтар юҡ кимәлендә. Шуға ла белгестәр бындай ашамлыҡтарҙы ҡулланыр алдынан уның составын ентекләп өйрәнергә ҡуша.
Рәсәй ғалимдарының күптән түгел лаборатория шарттарында яһалма ит етештереп ҡарауы билдәле. Бының өсөн улар иттең бәләкәй генә туҡыма киҫәген пробиркала үҫтергән. Белгестәр билдәләүенсә, килеп сыҡҡан продукция тәме буйынса беҙ ҡулланған ризыҡтан ҡалыша. Өҫтәүенә, хаҡының саманан тыш ҡиммәт булыуын иҫәпкә алғанда, бындай технологияның киләсәге әлегә билдәһеҙ.
Белгестәр фекеренсә, яңы технологияның Рәсәй баҙарын баҫып алыуынан бер ҙә генә ҡурҡырға ярамай. Сөнки тәбиғи иткә өйрәнгән кешенең яһалма ашамлыҡты һайлауы икеле. Уны күберәк вегетарианецтар, ит ашарға ярамаусылар һәм инде пост тотоусылар ҡулланыр тип көтөлә.
Ит ашаһаң тешкә керә, ашамаһаң төшкә керә. Һуңғы 40 йылда донъяла ит ҡулланыу өс тапҡырға артҡан һәм белгестәр фаразлауынса, алдағы йылдарҙа был күрһәткес тағы ла үҫәсәк. Шуға ла малсылыҡ менән шөғөлләнеүселәр киләсәктә халыҡтың иткә булған ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндермәүе лә ихтимал.Тимәк, ул саҡта яһалма ашамлыҡтар көндәлек тормоштоң айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнәсәк.