+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Ноябрь 2019, 11:30

Ҡиммәтләнгән медицина тикшереүе иҫерек килеш рулдә тотолған водителдәр өсөн тәғәйенләнгән булған

Һаулыҡ һаҡлау министрлығының юҡ-бары хатта кеше үлеменә тиклем алып барып еткерҙе

Осо-ҡырыйы күренмәгән сират, талаш, тартҡылаш, һуғыш, хатта маҡсатына ирешә алмай яҡты донъя менән хушлашыуҙар. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының юҡ-бары хатта кеше үлеменә тиклем алып барып еткерҙе. Владимир Путин был үҙгәрештәрҙе тап шулай тип белдергәс кенә баш-баштаҡлыҡ туҡтатылды. Үҙгәрештәргә бер көн ҡалғас. 22 ноябрҙән водитель таныҡлығы алыусылар һәм алыштырыусылар наркологтан справка алыу өсөн иҫ киткес ҙур аҡса түләргә тейеш ине. Йәнәһе лә, бынан ары тилерткестәргә, спиртлы эсемлектәргә бәйле кешеләрҙе асыҡлау анализдары күп сығымдар талап итә.
Һуңынан асыҡланыуынса, көсәйтелгән медицина тикшереүен эсеп тотолған водителдәр генә тартып алынған таныҡлығын алыу өсөн үтергә тейеш булған. Һис тә генә бөтә ил халҡын интектереү маҡсаты булмаған. Прокуратуранан белдереүҙәренсә, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының иҫәптә торған наркоман һәм эскеселәр тураһында мәғлүмәте юҡ. Һөҙөмтәлә таныҡлыҡты теләһә кемдәр ала. Ә һаулыҡ һаҡлау министрлығы был етешһеҙлекте үҙенсә аңлап ошолай хәл итергә булған. Был аҙым ҙур хата балды, тине прокурорҙар ҙа. Баш баштаҡлыҡ ниндәй эҙемтәләргә килтерҙе? БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Имсәғилева репортажы.
Водитель таныҡлығына медицина справкаһы өсөн хаҡ ун тапҡыр арта. Шуға бөтәһе лә өлгөрөп ҡалырға тырыша.1-се наркология диспансеры алдында йыйылған халыҡ совет заманында дефицит тауар артынан торған күренеште хәтерләтә.
Сират яй ҡуҙғала. Кемдер беренсе тапҡыр водитель таныҡлығы ала, кемгәлер ун йылдан һуң алмаштырыу ваҡыты еткән. Бөтөнләй руль артына ултырмағандар ҙа бар. Улар яҡындары өсөн сиратҡа баҫҡан.
Белешмә артынан килеүселәр өшөп, туңып булһа ла сиратта торорға риза. 20 градус һыуыҡ та, ваҡыттың әрәм булыуы түгел, уларҙы ҡапыл күтәрелгән хаҡ ҡурҡыта. Флүр Йөҙлөбаев үҙе менән термоста мәтрүшкәле сәй, ашарына ла килтергән.
Флүр Йөҙлөбаев: “Медицина учреждениеһының эсенә үтәбеҙ. Кеше менән шығырым тулы коридорҙа алма түгел, энә лә төшөргә урын юҡ. Дүрт нарколог ҡабул итә,әммә медицина учреждениеһы был тиклем халыҡты һыйҙыра алмай”.
Илдең Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 22 ноябрҙән медицна тикшереүнә үҙгәрештәр индереүе тураһында хәбәр ҡара датаға бер нисә көн ҡалғас ҡына мәғлүм булды. Уға ярашлы медицина комиссияһы үтеү тәртибе үҙгәрергә тейеш.
Бөтә водителдәрҙе лә наркотик ҡулланыуға һәм хроник эскеселеккә тикшереү ҡарала. Анализға CDT маркерына венанан ҡан биреү ҙә өҫтәлә. Белгестәр әйтеүенсә был анализдар ҡиммәт һәм ул справканың хаҡын ярайһы арттыра. 720 һум торған белешмә 5 мең һумдан ашып китә.
Аңлашыла, бындай хаҡты студенттар, пенсионерҙар һәм түбән хеҙмәт хаҡы алып эшләүселәр бөтөнләй түләй алмай. Тап шуға ла улар сират күперендә торорға мәжбүр булды. Ғөмүмән, беҙҙең халыҡ сиратта торорға ярата, ул йола һымаҡ. Көнө буйы улар бер-береһе менән танышып, дуҫлашып алды, һәм дөмбәҫләшеп тә.
Ошондай ығы-зығы бөтә ил буйынса күҙәтелде, саҡырымға һуҙылған сираттар хасил булды. Ҡаҙанда иһә наркология диспансерында 73 йәшлек ирҙең ғүмере өҙөлдө. Ил президенты Владимир Путин медицина справкаһына хаҡтың юғары булыуын билдәләп үҙгәрештәрҙе ахмаҡлыҡ тип атаны.
Илдә минималь хеҙмәт хаҡы 11280 һум тәшкил итә. 3 миллиондан ашыу кеше тап ошо суммаға эшләй һәм улар белешмә өсөн уның яртыһын түләргә тейеш була. Президентты бөтә хөкүмәт инстанцияларының да төҙәтмә индереүгә ризалашыуы аптыратҡан. Ил етәксеһе Хеҙмәт министрлығының төҙәтмәне ентекле ҡарарға тейешлеген һәм яңылыҡты этап менән индереү кәрәклеген әйтте.
Яңылыҡ руль артына хроник эскеселәрҙе, наркотик матдә ҡулланыусыларҙы ултыртмаҫ өсөн ҡаралған. Ентекле медицина тикшереүе насар ғәҙәттәр менән мауығыусыларҙы тиҙ асыҡлай ала. Мәҫәлән, даими төшөрөргә яратыусылар бер көн айныҡ булып анализ тапшырһа ла, ҡандағы алкоголь миҡдарын табыусы маркер 3-4 аҙна элек ҡулланғанын да күрһәтә ала.
Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министрлығы водителдәргә медицина комиссияһы үткәреүҙә яңы тәртипте киләһе йылдың 1 июленә тиклем кисектерҙе. Ул һәр төбәктең йәшәү кимәлен иҫәпкә алып эшләнергә тейеш. Иң мөһиме, бындай хәл алдағы йылдың 30 июнендә ҡабатланмаһын.
Читайте нас: