-4 °С
Болотло
«Закон проекты хәмер ҡулланыуҙың кире эҙемтәләрен кәметеүгә йүнәлтелгән һәм Яңы йыл каникулдарында алкоголь продукцияһын ваҡлап һатыуҙы сикләүҙе күҙ уңында тота», — тип билдәләнеләр республика Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
«1 һәм 2 ғинуарҙа — байрам, бер нәмәне лә сикләмәйбеҙ. 3 ғинуар – тәнәфес: республикала алкоголь һатылмай. 4,5 һәм 6 ғинуарҙа ул иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 2-гә тиклем йәғни көндөң тәүге яртыһында ғына һатыла. 7 һәм 8 ғинуарҙа – барыһы ла ғәҙәти режимда», — тип хәбәр итте хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республика башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин. — Уҙған йылды анализлау күрһәтеүенсә, янғындар, иҫерек килеш төрлө хәлдәргә тарыу тап 4-5 ғинуарға тура килә. Оҙайлы ялдар бына шундай эҙемтәләргә килтерә».
«Беҙҙә ун көн каникул. Күп кенә ғаиләләр иҫ-аҡылын юйғансы эсә башлар. 31 декабрҙә шешәгә йәбешерҙәр, ә ғинуарҙа беҙ уларҙы «йыйырбыҙ». Криминаль хәл насарайыр, — тине ул. — Ошо ун көндә хәмер һатыу йәһәтенән аныҡ саралар күрергә әҙермен. Был сара популяр түгел, ләкин һабантуйҙарҙа, ҡайһы бер байрамдарҙа индергән тәжрибәбеҙ бының һөҙөмтәле булыуын күрһәтте. Әлбиттә, беҙ халыҡты бөтә байрамдарҙа ла алкоголһеҙ ҡалдырмаҫбыҙ, ләкин нисек дөрөҫ эш итеү тураһында уйларға тейешбеҙ».