+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Ноябрь 2019, 11:15

Һыйырҙарға ла – заманса технология

Бына бит заманса технологиялар нисек!

Иҫләйһегеҙме, дуҫтар, беҙ бәләкәй саҡтарҙа көтөүҙән берәй мал ҡайтмаһа, ялан-ҡырҙарҙы, тирә-яҡты ҡыҙырып, ул ҡасҡалаҡты көс-хәл менән эҙләп табаһың, унан инде мең бәләләр менән ҡыуып алып ҡайтаһың.
Ярай әле ул тыңлап ҡына өйгә ҡайтһа. Кире яҡҡа тороп сапһамы – һис бороп алырмын тимә! Бындай хәл көн дә ҡабатлана башлаһа, йәй буйы мал эҙләп аяҡтарың да ҡалмай.
Күптән түгел “Рәсәй Федерацияһындағы һанлы иҡтисад” милли проекты сиктәрендә “Андроид” тип исемләнгән системалы заманса телефон барлыҡҡа килеүен ишеткәс, иң тәүҙә ауылда һыйыр эҙләп йөрөгән мәлдәр иҫкә төштө.
Бына бит заманалар!!! Ғәжәйеп заманда йәшәйбеҙ, дуҫтар! Хәҙер ошо телефон ярҙамында өйҙән сыҡмайынса ғына һыйырыңдың ҡайҙа йөрөгәнен белергә була.
Улай ғына ла түгел, яланда йөрөгән малдың хужаһы кем икәнен дә асыҡларға мөмкин икән. Бына бит заманса технологиялар нисек! Хатта һыйырҙарҙы ла урап үтмәй...
Читайте нас: