+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ноябрь 2019, 12:10

300 мең һум – Көрмәнкәйҙә!

"Айыҡ ауыл" республика конкурсының һайлап алыу этабы үтте

Дәүләкән районында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған "Айыҡ ауыл" республика конкурсының һайлап алыу этабы үтте. Төбәктән сарала ун алты ауыл ҡатнашты.

Көрмәнкәй ауылы тураһында һөйләгәндә, халыҡты эш менән тәьмин итеүгә һәм йәштәр араһында сараларҙы күп ойоштороуға иғтибар биреүҙәрен әйттеләр. Бында милли байрамдар менән бергә спорт ярыштары ла йыш үткәрелә. Көрмәнкәй ауылының сығышы башҡортса милли кейемдәр, милли моңдар менән биҙәлгәйне.
Дәүләкән – күп милләтле район, шуға күрә сарала башҡорттар ғына түгел, урыҫтар, татарҙар, украиндар ҙа ҡатнашты. Күңелде тетрәндергән сығыштар байтаҡ булды. Мәҫәлән, Шестаево ауылынан 85 йәшлек Нина Одинцованың улы эскелектән вафат булған. Ул ошо хаҡтағы шиғырын һөйләне. Ғөмүмән, халыҡ эскелек проблемаһына битараф түгел, уға ҡаршы берҙәм көрәш алып бара.
Әлеге сарала еңеүселәрҙе Дәүләкән район Советы рәйесе Рәмзиә Әминева тәбрикләп, бүләктәр тапшырҙы. Шулай итеп, конкурстың республика этабына Көрмәнкәй ауылы үтте! Уларға 300 мең һумлыҡ сертификат тапшырылды. Икенсе урынға – Яңы Яппар, өсөнсөгә Сергиополь ауылы лайыҡ булды. Уларға 250-шәр мең һумлыҡ сертификат тапшырылды. Бүләктәр өсөн сығым Дәүләкән район хакимиәте тарафынан бүленгән.
Әйткәндәй, төбәк сараға бик етди әҙерләнгән. Конкурстың район этабын ойоштороу өсөн Дәүләкән район хакимиәте ҡарары ла сығарылған.
Лариса Абдуллина.
Читайте нас: