+6 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
Новости
27 Ноября 2019, 18:10

Башҡортостанда фермерҙың теплица хужалығында баклажан, борос үҫтерергә ниәтләйҙәр

«Бүздәк» теплица хужалығы үҙенең продукцияһы менән тотош Рәсәйгә билдәле

«Бүздәк» теплица хужалығы үҙенең продукцияһы менән тотош Рәсәйгә билдәле, теплицала үҫтерелгән ҡыяр хатта Красноярск крайында һатыла. Крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе урынбаҫары Шафоат Хәбибрахманова республика башлығы Радий Хәбировҡа төҙөлөштөң 2011 йылда башланыуы һәм бер нисә этапта үтеүе тураһында һөйләне. Комплекстың дөйөм етештереү майҙаны — 9 гектар. Инвестициялар күләме — 1,5 миллиард һум, шуның 1 миллиарды – кредит аҡсаһы.
Теплица комплексында ҡыяр голланд методикаһы буйынса үҫтерелә. Был тәүлек әйләнәһенә продукция алырға мөмкинлек бирә. Ҡыярҙың уңышы — 1 квадрат метрҙан 100-120 килограмм. Комбинатта яҡынса 150 кеше эшләй, улар айына уртаса 20-25 мең һум ала.
Шафоат Хәбибрахманова һүҙҙәренсә, киләсәктә ябыҡ тупраҡта йәшелсә үҫтереү өсөн майҙанды 12 гектарға тиклем арттырыу, ә йәшелсәнең уңышын йылына 14 мең тоннаға еткереү күҙ уңында тотола. Томат, болгар боросо, баклажан үҫтерергә лә ниәтләйҙәр. Башҡортостан етәксеһе агробизнесты алып барыуға заманса, системалы ҡарашты юғары баһаланы һәм республиканың ошондай предприятиеларға ярҙам күрһәтәсәген билдәләне. Радий Хәбиров теплица комплексын үҫтереү мөмкинлектәрен тикшереү өсөн хужалыҡ етәкселәрен «Инвестиция сәғәт»енә саҡырҙы.
Әйткәндәй, фермер хужалығы етәкселәре Шафоат һәм Фәүил Хәбибрахмановтар биш бала тәрбиәләй, бер ҡыҙҙы тәрбиәгә алғандар. Үҙҙәренең тағы өс ҡыҙы һәм 15 йәшлек улдары бар.
Читайте нас в