0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ноябрь 2019, 15:20

31 декабрҙә ял итеү тураһында закон проекты Дәүләт Думаһына индерелде

Хеҙмәт һәм мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәттә 31 декабрҙә ял

ЛДПР депутаттары 31 декабрҙә ял итеү тураһында закон проектын Дәүләт Думаһына ҡарауға индерҙе. Был хаҡта ошо башланғыс авторҙарының береһе – Думаның хеҙмәт һәм социаль яҡлау комитеты етәксеһе Ярослав Ниловҡа һылтанма менән «Известия» хәбәр итте.
Документ, 31 декабрь шәмбегә һәм йәкшәмбегә тура килһә лә, уны ял көнө итеп ҡалдырыуҙы күҙ уңында тота.
Шул уҡ ваҡытта байрам көндәренең дөйөм һаны Хеҙмәт кодексында билдәләнгән күләмдә һаҡланырға тейеш.
Башланғыс авторҙары һүҙҙәренсә, ошолай күсереү хеҙмәткәрҙәргә һәм эш биреүселәргә ялдарҙы, эшләмәгән көндәрҙе дөрөҫ файҙаланырға мөмкинлек бирер ине. Бынан тыш, хеҙмәткәрҙәр, эш биреүселәр һәм профсоюздар араһында «ҡыҙыҡһыныуҙар балансы»н һаҡларға булышлыҡ итергә тейеш.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, бынан алда Хеҙмәт һәм мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәттә 31 декабрҙә ял алыу шарттарын атанылар.
Хеҙмәткәрҙәр, әгәр эш биреүсе өҫтәмә ял көнө бирһә, быйыл шишәмбегә тура килгән 31 декабрҙә ял итергә мөмкин.
Ләкин хеҙмәткәрҙәргә өҫтәмә ял көнө биреү эш ваҡыты нормаһын кәметә, шул сәбәпле хеҙмәт хаҡының да аҙыраҡ булыуы ихтимал, тип билдәләнеләр Хеҙмәт һәм мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәттә.
Читайте нас: