+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ноябрь 2019, 13:10

Байрамды ҡаршылап

Ҡаланың үҙәк майҙанында Яңы йыл шыршыһы урынлаштырҙылар

Ҡаланың үҙәк майҙанында Яңы йыл шыршыһы урынлаштырҙылар
Үҙҙәренең ихаталарында үҫтергән 15 метрҙан бейегерәк йәшел ҡупшыҡайҙы Дәүләкән ҡалаһында йәшәүсе Александр һәм Людмила Ивановтар ғаиләһе бүләк итте.
«Беҙ ағасты бынан 40 йыл элек, йортобоҙҙо төҙөп бөткәндән һуң ултыртҡайныҡ. Шыршыны ҡарап, тәрбиәләп кенә үҫтерҙек, ҡыш көндәрендә гирляндалар элеп, биҙәй торғайныҡ, - тип һөйләй улар. – Хәҙер инде ағас бейек булып үҫте һәм уны биҙәү түгел, хатта тәрбиәләү ҙә ҡыйынлашты. Ҡупшыҡай менән айырылышыу бер аҙ моңһоу, әлбиттә. Әммә, хәҙер инде шыршыбыҙ Яңы йыл байрамдарында дәүләкәндәрҙе ҡыуандырасаҡ. Ҡала халҡына яҡынлашып килгән Яңы йылға беҙҙең ғаиләнән шундай үҙенсәлекле бүләк булһын!»
Яңы йыл шыршыһы йола буйынса уйынсыҡтар һәм гирляндалар менән биҙәлер, уның тирәһендә боҙ ҡаласығы һәм тауҙары барлыҡҡа килер. Бөтә эштәрҙе лә декабрь урталарына тамамлау планлаштырылған.
Әйтергә кәрәк, ҡалала киләһе байрамдарға әҙерлек тулы ҡеүәтенә бара. Мәҫәлән, үҙәк паркта каток эшләнә. Яҡын арала ҡаланың башҡа эре микрорайондарында ла Яңы йыл ҡаласыҡтары төҙөлә башлаясаҡ.
Читайте нас: