-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ноябрь 2019, 19:00

Өфө офтальмологы йәнә көнөнә операциялар һаны буйынса Рәсәй рекордын ҡуйҙы

Офтальмохирург Ренат Ҡаҙаҡбаев коллегаһы Гөлнара Исрафилованың рекордын уҙып китте

Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтының икенсе микрохирургия бүлексәһе мөдире, офтальмохирург Ренат Ҡаҙаҡбаев коллегаһы Гөлнара Исрафилованың рекордын уҙып китте. Яңауыл үҙәк район дауаханаһында белгес бер көндә катарактанан 50 операция эшләгән. Шул рәүешле бер ай элек теркәлгән рекорд хәҙер ете операцияға күбәйҙе.
«Пациенттарға бөтә операциялар ҙа бушлай яһалды, шулай уҡ офтальмохирург та, Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты ла күп операциялар яһаған өсөн бер ниндәй ҙә матди файҙа алмай. Өҫтәүенә был операцияларҙы сифатлы эшләйҙәр», — тип белдерҙеләр медицина учреждениеһының матбуғат хеҙмәтендә.
Беҙ һан артынан ҡыумайбыҙ, тип билдәләй табиптар. Бындай темп операцияға мохтаждар һанына һәм институтта эштең күп булыуына бәйле. Был офтальмохирургтарҙы республика райондарына оҙаҡҡа командировкаға ебәрергә мөмкинлек бирмәй.
Читайте нас: