+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Ноябрь 2019, 19:10

Алик Шакиров «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире итеп тәғәйенләнде

Алик Шакиров «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире итеп тәғәйенләнде

Алик Шакиров «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире итеп тәғәйенләнде. Бынан алда ул баш мөхәррир урынбаҫары вазифаһын биләне.
Алик Фәйез улы Шакиров — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы ағзаһы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған. Республиканың «Ленинец», «Советская Башкирия» гәзиттәрендә хәбәрсе, бүлек мөдире, Башҡортостан профсоюздары өлкә советы рәйесе ярҙамсыһы булып эшләй.
90-сы йылдар башында Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте һәм президентының матбуғат хеҙмәттәрен ойоштороусы һәм тәүге етәксеһе була. 1996 йылдан «Башинформ» агентлығында эшләй: 2010 йылға тиклем — мәғлүмәт хеҙмәте етәксеһе һәм генераль директор урынбаҫары, 2010 йылдан – баш мөхәррир урынбаҫары. «Мой Кужанак», «Новости — наша профессия», «Прощание смуглянки» исемле өс китап авторы.
Быға тиклем интернет-агентлыҡ редакцияһына етәкселек иткән Артем Вәлиев 2019 йылдың ноябренән «Башинформ» холдингы шеф-мөхәррире вазифаһын биләй.
Читайте нас: