+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Ноябрь 2019, 16:35

Өфөнән Үзбәкстанға автобус рейстары асыла

2019 йылдың декабрендә Үзбәкстандан Өфөгә беренсе автобус рейсы юллана

2019 йылдың декабрендә Үзбәкстандан Өфөгә беренсе автобус рейсы юллана. Бынан тыш, Ташкент һәм Рәсәйҙең тағы 10 ҡалаһы, шул иҫәптән Мәскәү, Санкт-Петербург, Һамар, Новосибирск араһында автобустар йөрөй башлай.
Рейстарҙы «Узавтотранс сервис» компанияһы башҡара. Ташыусы ошо маҡсатҡа 20 миллион күләмендә кредит һәм Ҡытай компанияһынан 150 автобус алған.
Быға тиклем Үзбәкстандан Рәсәйҙең ике ҡалаһына – Түбәнге Новгородҡа һәм Ҡазанға ғына автобустар йөрөй ине.
Өфөнән Ташкентҡа поезда һәм самолетта барып етергә мөмкин.
Читайте нас: