Ноябрь айында гәзиткә яҙылыусылар араһында бүләк уйнатыу тамамланды
Ноябрҙә район гәзите редакцияһы үҙенең подписчиктары араһында өс бүләк уйнатты.
«Мин «районка»ға яҙылды»м флешмобы еңеүсеһе тураһында беҙ гәзиттең үткән һанында хәбәр иттек инде. Бөгөн ноябрҙә бүләк уйнатыу һөҙөмтәләре менән таныштырабыҙ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «районка» үткәргән бүләктәр уйнатыуҙа ҡатнашыу өсөн ярты йылға «Асылыкүл»-«Балҡантау» гәзитенә яҙылып, квитанцияны Туҡай урамы, 1 адресы буйынса редакцияға килтерергә кәрәк.
Үткән айҙа төп бүләк – ике заманса үтек булды. Уларҙың береһен ирле-ҡатынлы Наталья Һәм Вячеслав Кәримовтар отто (һүрәттә). Икенсе үтекте кем отҡанын «районка» ның киләһе һанында яҙырбыҙ.
Сюрприздар дауам итә. Декабрь айында г«Асылыкүл»-«Балҡантау» гәзитенә яҙылыусылар араһында беҙ тағы ла бер нисә бүләк уйнатасаҡбыҙ. Унда ҡатнашыу өсөн һеҙгә гәзиткә яҙылып өлгөрөргә ваҡыт бар әле.