«Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектына ярашлы, республикала эш дауам итә.
Беҙ ауыр, ләкин мауыҡтырғыс эште башлап ҡына торабыҙ, шулай килештек: ауыл һәм ҡалаларҙың йөҙөн ныҡлап үҙгәртәсәкбеҙ, - тине үҙенең сығышында республикабыҙ Башлығы Р.Ф. Хәбиров. Ихаталарҙы төҙөкләндереү, подъездарҙы ремонтлау йәһәтенән байтаҡ эштәр башҡарылды һәм әле лә дауам итә.
Халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән эштәрҙең һөҙөмтәһе – ул тигеҙ юлдар, күркәм ихаталар, матур, таҙа подъездар һәм башҡалар.