Район Мәҙәниәт һарайында Әхиәр Хәкимов исемендәге премиялар тапшырылды. Район хакимиәте булдырған премия әҙәби тәнҡит, тәржемә, Әхиәр Хәкимовтың ижадын популярлаштырыу номинациялары буйынса биш йылға бер тапҡыр бирелә. Быйыл премияға шағир һәм журналист
Лариса Абдуллина, «Дим» әҙәби берекмәһе рәйесе Минзәлә Хәлилова, шулай уҡ Әхиәр Хәкимовтың һуғыш тураһында прозаһын өйрәнеүселәр Рәйеф Әмиров һәм Виктория Шәүәлиева лайыҡ булды.