-16 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
Новости
29 Ноября 2019, 14:05

Республиканан ситтә уҡыған студенттарға ярҙам программаһы булдырыла

Башҡортостанда республиканан ситтә уҡыған студенттарға ярҙам программаһы булдырыла

Башҡортостанда республиканан ситтә уҡыған студенттарға ярҙам программаһы булдырыла. Атап әйткәндә, йыл һайын Башҡортостан студенттарының осрашыуҙарын ойоштороу, шулай уҡ «Үҙ-ара ярҙам кассаһы»н булдырыу күҙаллана. Республикабыҙҙан ситтә йәштәргә ярҙам итеүҙең яңы форматтары тураһында «Мәғариф сәғәте»ндә Башҡортостандың мәғариф министры Айбулат Хажин һөйләне.
«Бында иң мөһиме уларҙы ҡайтарыу түгел, ә ярҙам күрһәтеү, — тине Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров. — Күптәре кире әйләнеп ҡайтмаһа ла, ҡурҡыныс юҡ, был уларҙың яҙмышы. Йәштәр тыуған республикаһы менән эмоциональ бәйләнешен юғалтмаһын».
Башҡортостан етәксеһе ниндәйҙер яңы нәмә уйлап сығарыу мотлаҡ түгел тип билдәләне.
«Тәүҙә «бәлә»нең масштабын баһаларға кәрәк: улар кемдәр, нисәү, ҡайҙа. Был инде муниципалитеттарҙың бурысы, башлыҡтар беҙгә уҡыуҙы тамамлаусылар менән эшләү варианттарын һәм алымдарын тәҡдим итһен», — тип әйтте республика етәксеһе.
Шул уҡ ваҡытта ул «Үҙ-ара ярҙам кассаһы»н булдырыу идеяһын тулыһынса хупланы. Өйҙәренән алыҫта йәшәгән йәштәргә финанс ярҙамы, күп булмаһа ла, кәрәк.
«Төрлө хәлдәр була. Мәҫәлән, каникулдар башланды, ә билетҡа аҡса юҡ, шулай килеп сығыуы мөмкин, балалар бит», — тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе Төркиәлә уҡыған ваҡытын иҫенә төшөрҙө һәм Тунис менән миҫал килтерҙе. Йыл һайын Тунистың Бойондороҡһоҙлоҡ көнөндә ил илселеге вәкилдәре үҙҙәренең студенттарын саҡырып һыйлаған.
«Уларҙың ҡәнәғәт йөҙ менән ҡайтып, беҙгә һөйләгәндәрен әле лә хәтерләйем», — тип өҫтәне Радий Хәбиров һәм Башҡортостандан студенттар ҡатнашлығында ошондай осрашыуҙар форматын әҙерләргә ҡушты.
«Бында йәштәрҙең ҡыҙыҡһыныуҙарын иҫәпкә алырға кәрәк: улар нимә теләй, кемде күрергә теләрҙәр ине. Оҫталыҡ дәрестәре ойоштороу, һыйлау, шулай уҡ концерт йәки дискотека. Мин дә бындай осрашыуға ҙур теләк менән килермен», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Читайте нас в