+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Декабрь 2019, 21:00

3 декабрь Халыҡ-ара инвалидтар көнө

Был дата 1992 йылда иғлан ителгән.

Был дата Берләшкән милләттәр ойошмаһы тарафынан 1992 йылда иғлан ителгән. Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, планета халҡының 15 проценты – 1 миллиард самаһы кешенең физик кәмселектәре бар. Ауырыған һәр кеше инвалид тип танылмай.
Инвалидлыҡ тураһында ҡарарҙы медик-социаль экспертиза учреждениелары ҡабул итә. Граждандарҙың был категорияһын билдәләүҙең закон менән нығытылған тәртибе бар, ти Башҡортостан буйынса медик-социаль экспертиза бюроһынан бүлек етәксеһе Наза Кашаева.
Физик мөмкинлеге сикләнгәндәр үҙҙәрен кәм тоймаһын өсөн төрлө програмалар ҡабул ителә. Башҡортостанда, мәҫәлән, “Уңайлы мөхит” программаһы ғәмәлгә ашырыла.
Читайте нас: