-8 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
Новости
3 Декабря 2019, 20:50

Эстетика йылында республика ҡасабаларында тротуарҙар, газондар, яҡтыртыу бағаналары барлыҡҡа килә

2020 йылда тормошҡа ашырылырға тейешле маҡсаттар исемлеге төҙөлдө

Башҡортостанда властар Тораҡ пункттар эстетикаһы йылы тип иғлан ителгән 2020 йылда тормошҡа ашырылырға тейешле маҡсаттар исемлеген төҙөнө. Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә вице-премьер һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев дүрт төп йүнәлеште иғлан итте: газондар яһау, тротуарҙарҙы төҙөкләндереү, урамдарҙы яҡтыртыуҙы монтажлау, ҡоймалар ҡуйыу, дөйөм алғанда, ҡасабаларҙың тышҡы йөҙөн берҙәм стандартҡа килтереү. Министрлыҡта проектты бойомға ашырыу план-графигы әҙерләнә.
«Министрлыҡтың бурысы – ҡыҫҡа ваҡыт эсендә муниципалитет башлыҡтарына эш параметрҙарын билдәләү , — тине Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров. — Эш биләмәне капиталь йыйыштырыуҙан башланырға тейеш. Беҙгә халыҡтың инициативаһын уятырға кәрәк. Ошо ҙур эштә улар үҙҙәре ҡатнашырға тейеш».
Читайте нас в