+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Декабрь 2019, 21:20

Өфө менән Ҡазан араһында тура тимер юл бәйләнеше тергеҙелә

9 декабрҙән Өфө менән Ҡазан араһында тура тимер юл бәйләнеше тергеҙелә.

9 декабрҙән Өфө менән Ҡазан араһында тура тимер юл бәйләнеше тергеҙелә. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Өфөнән пассажирҙар таҡ көндәрҙә Ульяновскиға тиклем 347Й «Өфө – Санкт-Петербург» поезының «Өфө – Ҡазан» вагондарына ултырып китә ала. Артабан маршрут 125Й «Һамар – Ҡазан» поезы составында дауам итә. Өфөнән көндөҙгө сәғәт 12 тула 3 минутта ҡуҙғала, Ҡазанға таңғы 7-се 20 минутҡа барып етә. Юлға 20 сәғәт 23 минут ваҡыт китә.
Ҡазандан Өфөгә күсеп ултырмай торған вагондарҙа 125Г «Ҡазан – Һамар» һәм 392У «Мәскәү – Силәбе» поездары менән йоп көндәрҙә ҡайтырға мөмкин. Ҡазандан Мәскәү ваҡыты буйынса киске 10-сы 20 минутта юлға сыға, Өфөгә киске 9-сы 29 минутҡа ҡайтып етә. Юлға 21 сәғәт кәрәк.
Ҡазандан Өфөгә билет хаҡы: купе — 1990 һум, плацкарт -1107 һум. Өфөнән Ҡазанға: купе — 1810 һум, плацкарт — 1107 һум.
Читайте нас: